• Адрес электронной почты защищен от спам-ботов. Для просмотра адреса в вашем браузере должен быть включен Javascript.

СЫБАЙ ҠАШҠА

Бынан күп йылдар элек Дим буйы ауылдарының береһендә олпат кәүҙәле, ифрат ғәйрәтле бер батыр башҡорт егете йәшәгән. Уның оҙонтораҡ ҡупшы кәүҙәле сыбай ҡашҡа ерән аты ла булған. Сыбай ҡашҡа, эйәһе нимә ҡушһа, шуны үтәгән. Яу сапҡанда Сыбай ҡашҡа батыр егетте иң алдан алып барған, эйәһе менән бергә дошманды тар-мар иткән. Эйә-рендәге егетен дошман ҡылысынан саптырмаған. Шуға күрә дошмандар, Сыбай ҡашҡаны күреп ҡалыу менән, һырт биреп ҡаса торған булғандар.

Ҙур йыйындарҙа, көрәш ярыштарында егетте еңерлек бер батыр ҙа булмаған. Һуңға табан күп батырҙар уға ҡаршы сығып көрәшеүҙән баш тартҡандар. Ә аты, Сыбай ҡашҡаһы, бәйгеләрҙә аттарҙы берәр саҡрымға артта ҡалдырып, бер үҙе иң алдан килер булған.

Ваҡыттар үтеү менән батыр егет күрше ауылдың һылыу бер ҡыҙына гашиҡ була. Улар Дим буйында, сәскәләргә күмелгән матур туғайлыҡта осраша торған булғандар.

Шундай көндәрҙең береһендә, Дим буйлап йөрөй торғас, уларҙың һыу ингеләре килгән һәм, бер-береһенән ышыҡланып, яр буйында бер өйкөм талдың икеһе ике яғынан һыу инергә төшәләр. Күп тә үтмәй, ҡыҙ бер-ике тапҡыр ҡурҡыныс тауыш менән әсе ҡысҡырып ебәрә. Шул ваҡыт улар янындағы Сыбай ҡашҡа ла ярһып кешнәй башлай. Был тауыштарҙы ишетеү менән, егеттең йөрәге ҡауғалана, ул һөйгәне янына йүгереп килеп тә етә, ләкин һөйгән ҡыҙы юҡ һәм тын-тауыш та ишетелмәй. Тик һылыу ҡыҙҙың кейемдәре менән сул-пы-сәсмәүҙәре генә яр башында ята. Егет шунда уҡ, һыуға сумып, һөйгәнен эҙләргә тотона. Хәтһеҙ ваҡыт үтеп тә китә, эҙләй торғас, ҡыҙҙың һыу төбөндә сүкәйеп ултырып ҡатҡан кәүҙәһен табып ала ла сығарып яр башына һала. Күпме генә ярҙам итеп ҡараһа ла, ҡыҙға йән инмәй. Был ауыр фажиғәнән һуң егет ҡаты ҡайғыға ҡалған. Тик Сыбай ҡашҡа ғына уның йыуанысы булған. Сыбай ҡашҡа ҡартайып, хәлдән тайғанға тиклем эйәһенә тоғро хеҙмәт иткән. Батыр егет һәр ваҡыт Сыбай ҡашҡаһына көмөш йүгән кейҙереп, көмөш күмелдерек, көмөш ҡойошҡандар һалып, көмөш эйәр менән эйәрләп, Дим буйҙарынан һыбай йырлап үтеп, һөйгән ҡыҙын иҫкә алған, ти.

sybay kashka_diyarov

Көмөш тә генә йүгән, көмөш эйәр, 
Килешә төштө Сыбай ҙа ҡашҡага,

Килешә төштө Сыбай ҙа ҡашҡаға, 
һөйләшеп тә ҡарайым, серләшеп тә, 
Һүҙ килешмәй һинән дә башҡаға,

һүҙ килешмәй һинән дә башҡаға. 
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа, 
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә,

Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә. 
Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа, 
Дуҫтар кәрәк донъя ла көтөргә,

Дуҫтар кәрәк донъя ла көтөргә. 
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, ҡырыҫ ялын 
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай,

Тауҙан ғына өргән дә ел тарай. 
Алыҫ ергә китһәк, Сыбай ҡашҡам 
Башҡынайын бороп та бер ҡарай,

Башҡынайын бороп та бер ҡарай.

Ике йәш йөрәктең мөхәббәте фажиғәгә әйләнеп бөтөүе халыҡ өсөн бик ҡыҙғаныс хәл булған. Егеттең сығарған көйө һәм йырҙары халыҡ араһында таралып китә. Йырсылар йырлаған, ҡурайсылар ҡурайҙа уйнаған уларҙы.

Быуындан быуынға күсә килеп, был көйҙө хәҙер ҙә күп йырсылар йырлай, ҡурайсылар ҡурайҙа уйнай.

1925 — 29 йылдарҙа икенсе баҫҡыс Темәс мәктәбендә уҡығанда Срур Ғәлимова, Нәсимә Усманова һәм Шәрифйән Ушанов сәхнәгә сығып ошо йырҙы йырлай, ә мин ҡурайҙа уйнай торғайныҡ.

Тик шуныһы үкенес, һуңғы йылдарҙа матбуғатта, радио һәм телевидениела «Сыбай ҡашҡа»ны «Һыбай ҡашҡа» тип йөрөтә башланылар. Башҡортта йылҡы малының маңлайынан алып моронона тиклем аҡ юлаҡ булһа, ундай атты сыбай ҡашҡа тип йөрөтәләр. (Һыбай ҡашҡа тиһәк иһә, атҡа атланған кеше үҙе ҡашҡа булып сыға түгелме?) Йырҙың исемен әйткәндә был хатаға юл ҡуймаҫҡа кәрәк.


© 2011-2021 Союз кураситов РБ